Ошо көндәрҙә Благовещенда йәшәгән 27 йәшлек ҡатын алты айлыҡ ҡыҙын үлтергән. Сәбәбе ябай – бала оҙаҡ итеп илаған. Әсә кеше туҡтамай илаған бәпесте көс ҡулланып үлтергән – уны ҡулы менән ҡыҫҡан. Һөҙөмтә ҡот осҡос – сабый яҡты донъя менән хушлашҡан. Был хаҡта Благовещен район судының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ошо хәлгә бәйле Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 105-се статьяһы 2-се бүлегенең “бәләкәй баланы үлтереү” пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе ике айға һаҡ аҫтына алынған. Шул уҡ ваҡытта ҡот осҡос енәйәт эшләгән ҡатын һәм уның адвокаты уны өйҙә һаҡ аҫтында ҡалдырыуҙы һораған, сөнки ғәйепләнеүсе ыңғай ҡылыҡһырлана, ә үҙенең тәртибен бала тапҡандан һуң депрессия һәм ҡыҙҙарының етлекмәй тыуғанлығы, сирләүе, башҡа балалары булыуы менән аңлатырға тырышҡан. Әйткәндәй, әсә күп балалы һәм уның башҡа балаларында ла тән йәрәхәттәре бар.
Фото: "Моя Уфа" порталы.