Хәүефһеҙлек
23 Февраль 2025, 10:00

Ҡотҡарыусылар уны үле тапҡан

Фажиғәле хәл Ҡырмыҫҡалы районында булған

Ҡотҡарыусылар уны үле тапҡанҠотҡарыусылар уны үле тапҡан
Ҡотҡарыусылар уны үле тапҡан

Ирекмән янғын һүндереүселәр һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районының Орловка ауылында 36 квадрат метр майҙанда бүрәнә өйҙәге янғынды һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 70 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табалар.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһенең яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, янғын мейестең ныҡ ҡыҙыуы арҡаһында сыҡҡан. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

мейесте яндырһаң, уны ҡарауһыҙ ҡалдырма;

- ҡыҙыуҙан һаҡлай торған материал ҡуйығыҙ;

мейес юлдарын даими таҙартығыҙ, был уның төҙөклөгөн һаҡлап ҡаласаҡ һәм хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтасаҡ.     

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Ҡотҡарыусылар уны үле тапҡан
Ҡотҡарыусылар уны үле тапҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас