Хәүефһеҙлек
24 Февраль 2025, 17:55

Республика юлдарында тағы сикләүҙәр индерелде

Ҡайһы юлдарҙа? Ҡасанға тиклем? Сикләүҙе бөтөрөү тураһында өҫтәмә хәбәр итербеҙ, тиҙәр республиканың Дәүләт автоинспекцияһында.

Республика юлдарында тағы сикләүҙәр индерелдеРеспублика юлдарында тағы сикләүҙәр индерелде
Республика юлдарында тағы сикләүҙәр индерелде

Бөгөн, 24 февралдә, 22.00 сәғәттән дөйөм ҡулланылыштағы Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 67 саҡрымдан 206 саҡрымға тиклем, Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск юлында 212 саҡрымдан 252 саҡрымға тиклем участкаһында йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәтенә ваҡытлыса  сикләү индерелде.

Был сара – һауа шарттары насарайыуына бәйле.

– Сикләүҙе бөтөрөү тураһында өҫтәмә хәбәр итербеҙ. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, – тип хәбәр итәләр республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан.

Хөрмәтле водителдәр, юлаусылар, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 һандарына шылтырата алаһығыҙ.

Фото: Дәүләт автоинспекцияһынан.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас