Хәүефһеҙлек
24 Февраля 2025, 17:00

Студентты һәләк иткәндәр...

Егет ялдан һуң өйөнән уҡырға юлланған булған. 

Студентты һәләк иткәндәр...Студентты һәләк иткәндәр...
Студентты һәләк иткәндәр...

23 февралдә кисен Әлшәй районының Раевка урамында авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 26 йәшлек водитель"Ford Mondeo" рулендә “ВАЗ-2110” автомобиле менән бәрелешкән. Шунан һуң "Ford" водителе юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап ҡаса.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2110” автомобиле рулендәге 21 йәшлек егет алған йәрәхәттәренән һәләк була.

Эҙләү саралары барышында ир табыла һәм ҡулға алына. Баҡтиһәң, урындағы кеше элек водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, өҫтәүенә иҫерек хәлдә булған. Уның тикшереү һөҙөмтәһендә алкоголле эсемлек эскәне асыҡланған.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, һәләк булған егет Эске эштәр министрлығының юридик институты студенты булған. Ул ялдан һуң өйөнән уҡырға юлланған. Ҡасабанан сыҡҡанда уға "Форд"тың иҫерек водителе бәрҙерә һәм ҡаса. Студентты дауаханаға алып киләләр, әммә ҡотҡара алмайҙар.

Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта “Ford” водителе РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 91-се статьяһына ярашлы ҡулға алынған.

Фото сығанағы: https://t.me/bdtprb/70685.

Студентты һәләк иткәндәр...
Студентты һәләк иткәндәр...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас