Өфөлә ике бухгалтер 93 миллион һум урлаған...
Төҙөүсе бер компанияның ошо тиклем аҡсаһын урлаған элекке бухгалтерҙарына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған.
Өфөнөң Совет районы судында 2017 -2022 йылдарҙа компанияларҙың төркөмөнә ингән аутсорсинг ойошмаларҙы договор буйынса хеҙмәтләндереп, был ике ҡатын түләү поручениеларында, фирманың эшселәренә өҫтәмә премия һәм юғары эш хаҡы яҙып, дөрөҫ булмаған мәғлүмәт күрһәтәләр.
Артыҡ яҙылған аҡсаны үҙҙәренең банк карталарына күсерәләр. Аҙаҡ ул аҡса таныштарына һәм сит илдәргә төрлө иҫәптәргә таратыла. Шундай тәртиптә улар 93 миллион һум урлайҙар.
Суд уларҙы, 4 йыл һәм 4 йыл да 8 айға иркенән мәхрүм итеп, дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрергә, шулай уҡ зыян күләмен ҡаплатырға тигән хөкөм ҡарары сығарған. Ҡатындарҙы суд залында һаҡ аҫтына алғандар.
Фото: прокуратура РБ.
Мәғлүмәт: “Башинформ”.