26 февралдә төнгө сәғәт икелә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ҡатын шылтырата һәм иренең дуҫы менән 25 февралдә иртәнге сәғәт 9-ҙа Архангел районының Михайловка ауылы яғына балыҡ тоторға китеүе һәм әле һаман өйҙәренә ҡайтмауы, бәйләнешкә сыҡмауы тураһында хәбәр итә.
Ир-егеттәрҙе эҙләүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр юллана.
Ҡотҡарыусылар ирҙәрҙең автомобилдәрен тиҙ таба, артабан ирекмәндәр менән бергә ике ҡаргиҙәрҙә эҙләүҙе дауам итәләр. Был ваҡытта һауа температураһын -20 градус тирәһе була, шуға күрә оҙаҡҡа һуҙырға ярамағанлығын яҡшы аңлай улар.
26 февралдә көндөҙгө 14.00 сәғәттә эҙләү эштәре барышында Белорет районында Атыш шарлауығы артында ике 54 йәшлек ир табылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары асыҡлауынса, ир-егеттәр ҡаргиҙәрҙәрҙә ҡарҙа батҡан, ә был тирәлә бәйләнеш булмаған.
Юғалған кешеләр иҫән-һау була, медицина ярҙамы талап ителмәгән. Уларға автомобилдәренә тиклем барырға ярҙамлашалар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
Фото: скриншот.