Төн уртаһында Өфө районының Лебяжий ауылында Үҙәк урамындағы йорт янып китә. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Урынға килеп еткән янғын һүндереүселәр утты һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла янғын ҡорбанһыҙ үтмәгән. Утты һүндергән ваҡытта янғын һүндереүселәр өйөндә 72 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Янғынға электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы сәбәпсе булыуы ихтимал.
Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре башланған, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- түшәктә тартма;
- йоҡларға ятыр алдынан электр ҡорамалдарын һүндер;
- өйөңдә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуй:
– ут һүндергес ал һәм уның менән файҙаланырға өйрән.
Фото: "Башинформ"