Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 28 йәшлек егеттең үлемесле аварияла һәләк булыу сәбәптәрен асыҡлай.
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн иртән Гвардия урамында теркәлгән. “Лада Приора” водителе уң яҡтан ҡуйылған йөк машинаһына бәрелгән. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс ярҙам килгәнсе йән биргән.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.
Фото: ГАИ.