Хәүефһеҙлек
4 Март 2025, 12:15

Мутлашыусыларҙы байытыуҙы дауам итәбеҙ...

Үткән тәүлектә енәйәтселәргә эләгеү тураһында 17 ғариза ҡабул ителгән.

Мутлашыусыларҙы байытыуҙы дауам итәбеҙ...Мутлашыусыларҙы байытыуҙы дауам итәбеҙ...
Мутлашыусыларҙы байытыуҙы дауам итәбеҙ...

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 75 йәшлек пенсионер һөйләүенсә, ул биржала аҡса эшләргә теләгән, әммә уғрыларға эләккән.

Бындай тәҡдимгә ул интернет селтәрҙәрендә тап була һәм авторы менән бәйләнешкә инә. Таныш булмаған ир ҡатынды аҡса эшләп була тип ышандырғас, зыян күреүсе ризалаша. Кураторы менән бергә брокер иҫәбен асҡастар, ҡатын тәүҙә 10-20 мең һумлап аҡса һалып ҡарай. Иҫәптә етәрлек аҡса тупланғас, куратор килемде сығарырға ҡуша. Тик шул ваҡыт “проблема” килеп сыға: аҡсаны сығарыу өсөн страховка өлөшөн түләргә кәрәк була. Пенсионер бер миллион һум аҡса күсерә, тик куратор хата арҡаһында аҡса брокер иҫәбенә күсеүен аңлата. Яңынан күсерергә ҡуша, һәм ҡатын тағы ла 500 мең һум күсерә.

Ошонан һуң ғына ул барыһын да улына һөйләй. Әсәле-уллы шунда уҡ мутлашыусыларға эләккәнен аңлай.

Өфөлә йәшәгән 29 йәшлек ир ҙә ошондайыраҡ тоҙаҡҡа эләккән. Ул билдәле банктың рекламаһын күреп ҡала: унда аҡса һалып, килем алып булыуы тураһында һөйләйҙәр. Ҡыҙыҡһынып, ул һылтанма аша күсә һәм уның телефонына шунда уҡ билдәһеҙ ҡушымта ҡуйыла. Үҙе тураһында һорауҙарға яуап биреп, телефон номерын күрһәткәс, уға “компания етәксеһе” шылтыратып, биржала аҡса эшләргә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә ул биржалағы иҫәбенә 2,5 миилион һум аҡса һала, тик һуңынан уның иҫәбенә блок ҡуйыла. Мутлашыусылар блокты алыу өсөн, дүрт мең доллар аҡса күсерергә ҡуша. Ир, уларға ышанып, кредит рәсмиләштерә һәм күрһәтелгән сумманы күсерә. Һөҙөмтәлә уғрыларҙың тоҙағына эләккәнен аңлағансы, ир 5,5 миллион һумға яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

Шуны иҫтә тотоу мөһим: әгәр сит кешеләр юғары килемле инвестициялар тәҡдим итһә, ышанмағыҙ. Бер ҡасан да таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм аҡсағыҙҙы шикле "кураторҙарға" тапшырмағыҙ. Аҡса һалыр алдынан финанс эксперттары менән кәңәшләшегеҙ һәм компания тураһында мәғлүмәтте тикшерегеҙ. Һаҡ булығыҙ: финанс именлегегеҙ үҙегеҙҙең ҡулда.

Сығанаҡ: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас