Хәүефһеҙлек
4 Март 2025, 06:00

Әсәһенең берҙән-бер улы булған

Ҡатыны йүгереп барып, ирен машинанан һөйрәп сығарырға маташҡан, ләкин... 

Әсәһенең берҙән-бер улы булғанӘсәһенең берҙән-бер улы булған
Әсәһенең берҙән-бер улы булған

Кисә таң менән Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә булған авария йәш ирҙең ғүмерен өҙҙө, тип хәбәр иткәйнек. 29 йәшлек водителдең “Лада Приора”һы ҙур тиҙлектә юл ситендә торған йөк машинаһы аҫтына барып инә. Һөҙөмтәлә машинанан тимер өйөмө генә ҡала, ә ир шунда уҡ һәләк була. “КП-Өфө” баҫмаһы егеттең кемлеген асыҡлаған.

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, водитель машинаһына идараны юғалта. Ә бына социаль селтәрҙә яҙған кешеләрҙең фекере башҡа. Авария булған урын һәйбәт яҡтыртыла һәм ҙур йөк машинаһын күрмәү мөмкин түгел. Шуға күрә берәүҙәр уны, бәлки, иҫерек булғандыр ти, икенселәр иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлткән тигән фекерҙә.

Ирҙең исеме Владислав. Уның дуҫтары әйтеүенсә, элек ул бер ҡасан да юлда ҡыумаған, ипле йөрөгән. Тик авария иртәһендә бик тауышланған һәм хатта күршеләре полиция саҡыртҡан. Ул таңғы биштә үк ихатала машинаһын ҡысҡыртып йөрөгән, саҡырылған полиция бик тиҙ килеп еткән, тик уны тап итмәгән.

– Машина тауышын ишетеп тәҙрәгә барҙым, уның ҡайҙа китерен ҡарарға булдым. Ул тәүҙә светофорҙа туҡтаны, шунан ҡапыл ныҡ итеп газға баҫты һәм ҙур тиҙлек менән йөк машинаһы аҫтына инеп китте, – тип һөйләгән полиция саҡыртҡан күршеһе.

Шул арала ваҡиға урынына Владтың ҡатыны йүгереп барған, ул ирен машинанан һөйрәп сығарырға тырышҡан, ләкин уның һәләк булғанын аңлаған.

Күршеләре һөйләүенсә, Владислав әсәһенең берҙән-бер балаһы икән. Ул өйләнгән, ләкин әлегә балалары булмаған. Таныштары әйтеүенсә, ул ипле, ярҙамсыл булған. Дуҫтары ла уны тоғро дуҫ булды, уға һәр ваҡыт ышанырға мөмкин ине тигән.

Ирҙең яҡындары шок хәлендә. Әлеге ваҡытта улар ерләүгә әҙерләнә...

Фото: "КП-Өфө". 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас