Әлшәй районының Никифар ауылында янған вагонда ир кәүҙәһе табылған. Унда 64 йәшлек ир йәшәгән. Бөгөн иртәнге сәғәт биш тирәһендә унда янғын булған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Ваҡиға урынына Никифаровский ауыл советының ирекмән янғын һүндереүселәре сыға. Улар һигеҙ квадрат метр майҙандағы утты һүндергән. Ҡоролманы тикшергәндә хужаның кәүҙәһе табыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе иҫерек ирҙең һүндерелмәгән тәмәке менән йоҡлап китеүен асыҡлаған. Ошо арҡала янғын сыҡҡан, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә:
Фото: https://t.me/bdtprb/71096