Бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 163-сө километрында көслө авария теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “КамАЗ” менән “Лада Гранта” автомобилдәре бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат булған.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау эшен ойоштороуҙа ярҙам итеү маҡсатында юл-транспорт ваҡиғаһы урынына Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы етәкселеге юлланды.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында шулай уҡ тәфтиш-оператив төркөм һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары эшләй.
Авария сәбәптәре асыҡлана.
Фото: @bash_gibdd, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.