Хәүефһеҙлек
5 Март 2025, 09:00

М-5 трассаһында ҡот осҡос авария

Бер юлы бер нисә машина бәрелешкән. Их, шул юлдағы хәүефтәр...

М-5 трассаһында ҡот осҡос аварияМ-5 трассаһында ҡот осҡос авария
М-5 трассаһында ҡот осҡос авария

Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә Иглин районында, М-5 трассаһының 1505-се километрында ҡурҡыныс авария теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Силәбенән Өфөгә китеп барған “Вольво” водителе идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа осҡан һәм юл ситендә “Мерседес” автоташығысы менән бәрелешкән. Һуңынан “Вольво” юлдан китеп барған тағы бер йөк машинаһы ”Скания”ға бәрелә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Мерседес”тың 61 йәшлек водителе дауаханаға оҙатылған. Уны һөйрәп сығарыу өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары килгән. Автоташығыстың арбаһында һигеҙ яңы еңел автомобиль тейәлгән булған, улар зыян күргән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү бара, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре реверсив хәрәкәт ойошторған.

М-5 трассаһы республикала иң хәүефле федераль әһәмиәттәге юлдарҙың береһе һанала. Буран шарттарында унда айырыуса һаҡ йөрөргә кәрәк. Ә бит шул ҙур йөк машиналар араһына еңел автомобиль килеп еләкһә, авария һөҙөмтәләре күпкә насар булыуы ихтимал ине...

Фото:МЧС.

М-5 трассаһында ҡот осҡос авария
М-5 трассаһында ҡот осҡос авария
М-5 трассаһында ҡот осҡос авария
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас