Хәүефһеҙлек
5 Марта 2025, 11:15

Тотош бер ғаилә һәләк була яҙған

Ауылда йәшәгән әсә һәм биш бала алдан һөрөм менән ағыуланған...

Тотош бер ғаилә һәләк була яҙғанТотош бер ғаилә һәләк була яҙған
Тотош бер ғаилә һәләк була яҙған

2 мартта кисен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына 26 йәшлек ҡатындың һәм уның биш балаһының (2015, 2017, 2019, 2021, 2023 йылғы балалар)  углекислый газ менән ағыуланыуы тураһында мәғлүмәт килде. Зыян күргән ҡатын Приют ҡасабаһы поликлиникаһының реанимация бүлегенә оҙатылған, балаларҙы Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегенә ебәргәндәр, хәл-тороштары уртаса ауырлыҡта, аңдарында булғандар.

Барыһының да диагнозы: углекислый газ менән уртаса ауырлыҡта ағыуланыу. Икенсе көндө иртән бөтә балалар ҙа тотороҡло хәлдә була, 26 йәшлек пациент реанимациянан күсерелә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- вентиляция торбаһының тартыу көсөн тикшерегеҙ һәм газ ҡорамалдарын тикшереү өсөн белгестәрҙе индерегеҙ;

- газ приборҙары ҡуйылған бүлмәләрҙә форточкаларҙы асыҡ тотоу яҡшы;

- эшләгән газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Лайфхак: тартыу көсөн вентиляция торбаһына тишегенә ҡағыҙ ҡушып тикшерергә мөмкин, әгәр ул йәбешеп ҡалһа, тимәк, тартыу бар.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Тотош бер ғаилә һәләк була яҙған
Тотош бер ғаилә һәләк була яҙған
Тотош бер ғаилә һәләк була яҙған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас