Бөгөн иртә менән Өфө янындағы Михайловка ҡасабаһында урынлашҡан ике ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә шартлау яңғырай. Уның һөҙөмтәһендә ике кеше – ир менән ҡатын йәрәхәттәр ала, тағы өс кеше йорттан тиҙ генә үҙаллы сыға. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар сыға. Дүрт квадарт метр майҙанда ут һүндерелә.
Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе эшләй. Хәлде баһалау һәм кәрәкле саралар күреү өсөн урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов та юллана.
Һәм бына әле яңы ғына янғындың сәбәбе асыҡланды. Яҡынса, ул көмөшкә ҡыуыу аппараты арҡаһында килеп сыҡҡан.
“Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһенең яҡынса фаразы буйынса, технологик процесты боҙоу һөҙөмтәһендә спиртлы эсемлектәр әҙерләгәндә быу ҡапыл тоҡанып, ут сыҡҡан”, - тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Шулай уҡ фатирҙың тәҙрәһе һәм ишеге емерелеп төшкән, түшәм ирегән тип билдәләнә. Ике зыян күреүсе, 48 йәшлек ир һәм 52 йәшлек ҡатын, төрлө тән бешеүҙәре менән дауаханаға оҙатылған.
Фото: МЧС.