Хәүефһеҙлек
6 Март 2025, 09:00

Ғәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгән

һауа торошо насар булыу сәбәпле, авариялар күп булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар ҙа бар...  

Ғәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгәнҒәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгән
Ғәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгән

5 мартта иртән Стәрлетамаҡ районында күмәк автомобилдәр ҡатнашлығында авария булған.

Республика Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһына өс саҡрым алыҫлыҡта, Иҫке Барятин ауылы янында, "Шевроле Нива" автомобиле рулендә 59 йәшлек водитель Өфө йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм ҡаршы килгән “Лада Гранта” автомобиленә бәрелә. Бынан һуң “Лада Гранта” икенсе “Лада Гранта”ға һуғыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә төрлө машиналарҙан ике водитель һәм ике пассажир йәрәхәтләнә.

Ә киске 19.00 сәғәт тирәһендә Благовещен районында, Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 32-се километрында, тағы бер юл фажиғәһе булған.

“Лада Гранта” автомобиле Өфө яғынан Яңауыл яғына хәрәкәт иткәндә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, унда “Черри Тиго” автомобиленә бәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Черри Тиго” автомобилендәге 30 йәшлек пассажир ҡатын алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат булған, тағы бер пассажир һәм “Лада Гранта” водителе үҙе лә төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Әйткәндәй, 5 мартта һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле күп автомобилдәр ҡатнашлығында бер нисә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡанда айырыуса һаҡ булығыҙ, уяулыҡты юғалтмағыҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: @V_Sevastyanov, @bash_gibdd.

Ғәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгән
Ғәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгән
Ғәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгән
Ғәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгән
Ғәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгән
Ғәйепһеҙ ҡатындың ғүмерен өҙгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас