+20 °С
Болотло
Өфөнөң Калинин районында баҡса йортон һүндергән саҡта янғын һүндереүселәр ике кешенең кәүҙәһен тапҡан, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында.
“Ольховник” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә ҡот осҡос янғын сыҡҡан. Бында төнгө дүртенсе яртыла баҡса йорто янып китә.
“Янғын урынын тикшереү барышында ике кешенең мәйете табылған, күҙаллауҙарынса улар ирҙәр”, – тип өҫтәнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Янғын сәбәбе асыҡлана.
Фото: МЧС.