Бөгөн юлдарҙа буран һәм хәрәкәт сикләнде тип алдан иҫкәрткәйнек. Республикала насар һауа шарттарында үлемесле ике авария булған да.
Тәүгеһе Өфө – Яңауыл юлында була. 22 йәшлек ир "Nissan Teana" автомобиле менән буран шарттарында ҡаршыһына килгән ВАЗ-2107 машинаһына бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ВАЗ-дың 64 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Хәйбулла районында "Лада Гранта" руле артындағы 40 йәшлек ир һул яҡҡа боролған ЗИЛ йөк машинаһы менән бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам килгәнсе йән биргән. Уның 31 йәшлек ҡатыны медицина учреждениеһында йән биргән. Фажиғәлә уларҙың 9 йәшлек ҡыҙҙары ла зыян күргән. Ул төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Юлдарҙа әле буран. Бындай шарттарҙа авариялар арта. Кәрәк булмаһа, өйҙә ҡалығыҙ. Әгәр сыҡһағыҙ, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп йөрөгөҙ.
Фото: ГАИ.