Хәүефһеҙлек
9 Март 2025, 11:00

Юлдарҙа йәнә сикләү

Ҡар, буран, ел, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеге сикле. Юлға сыҡмағыҙ! 

Юлдарҙа йәнә сикләүЮлдарҙа йәнә сикләү
Юлдарҙа йәнә сикләү

Бөгөн республиканың ҡайһы бер райондарында йәнә буран ҡотора. Был юлда хәүефкә килтерә. Шуға күрә, айырыуса буран булған урындарҙа хәрәкәт сикләнә. Шулай бөгөн көндөҙгө 2-се яртынан Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлы участкаһында йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте сикләнде (Благовещен һәм Бөрө райондары). Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының телеграм-каналында хәбәр ителә.

Хәрәкәтте сикләү киске сәғәт 6-ла тамамланырға тейеш.

“Сикләүҙәр уңайһыҙ һауа шарттарына (ҡар, буран, ел, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе) бәйле индерелде”, – тиелә ҡотҡарыусыларҙың белдереүендә.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас