Хәүефһеҙлек
11 Март 2025, 06:45

Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр

Зыян күреүселәр, һәләк булыусылар бар. 

Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәрБөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр
Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр

Бөгөн төндә дошман баш ҡалабыҙ Мәскәүгә һөжүм иткән. Әлеге ваҡытта 73 пилотһыҙ аппараты бәреп төшөрөлгән, тип хәбәр итә Мәскәү мэры Сергей Собянин.

Мәскәү өлкәһе губернаторы Воробьев хәбәр итеүенсә, пилотһыҙ аппараттарҙың емереклектәре Раменскийҙағы күп фатирлы йортҡа төшкән, унда йорттоң 19-22 ҡаттарында кәмендә ете фатир зыян күрә. Уларҙан 12 кеше, шул иҫәптән өс бала эвакуациялана. Табиптар зыян күреүселәргә урында ярҙам күрһәтә. Пилотһыҙ осоусы аппарат һөжүме тураһында иҫкәртеүҙәр Коломна, Зарайск, Көмөш быуалар, Серпухов, Раменск, Воскресенск, Луховицы, Бронница, Домодедово, Ленинск, Подольск, Электросталь һәм Котельники ҡалаларында ла була.

Әлеге ваҡытта ПВО-ның төндә Рәсәй биләмәһе өҫтөндә 337 украин дронын бәреп төшөрөүе билдәле, тип хәбәр итә Оборона министрлығы.

Пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың төнгө һөжүме һөҙөмтәһендә Мәскәү өлкәһендә бер кеше һәләк булған, өсәүһе яраланған, тип хәбәр итте Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев.

БПЛА һөжүме тураһында Һамар өлкәһендә һәм Татарстанда иғлан ителә, шулай уҡ дрондарҙы Владимир, Тула, Калуга һәм Рязань өлкәләре өҫтөндә бәреп төшөрәләр.

Жуковский, Шереметьево, Внуково һәм Домодедово аэропорттарында осоу һәм самолеттарҙы ҡабул итеү туҡтатыла, шулай уҡ был сикләүҙәр Түбәнге Новгородта һәм Ярославлдә лә индерелә.

Мәскәүҙә Домодедов урамында дрон емеректәре төшөүе арҡаһында йорттоң ҡыйығы зыян күргән. Шулай уҡ БПЛА өлөштәре ҡолағандан һуң Домодедово тимер юл станцияһы аша поездар хәрәкәте туҡтатылған.

Шулай уҡ Домодедовола “Мираторг” туҡталҡаһына БПЛА емеректәре ҡолағандан һуң янғын сыҡҡан, урында ҡотҡарыусылар эшләй.

БПЛА емерек өлөштәре төшөүе һөҙөмтәһендә Раменскийҙа кәм тигәндә ете фатир зыян күргән, уларҙан 12 кешене эвакуациялағандар.

Фото сығанағы: скриншот, https://t.me/rian_ru/284533.

Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр
Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр
Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр
Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр
Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр
Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр
Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр
Бөгөн Мәскәүгә һөжүм иткәндәр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас