Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
12 Март , 09:00

Ҡыҙҙары илай, әсәһен саҡыра...

Улар уртаҡ бала табырға хыялланған. Кисә баланың ата-әсәһен ерләнеләр. 

Ҡыҙҙары илай, әсәһен саҡыра...
Ҡыҙҙары илай, әсәһен саҡыра...

Ял көнө, 9 мартта буран арҡаһында республикала бер нисә үлемесле авария булды. Иң аяныслыларының береһе Хәйбулла районында теркәлде. Бында туғыҙ йәшлек ҡыҙ баланың күҙе алдында ата-әсәһе һәләк булды. Бала үҙе дауаханаға оҙатылды. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы уларҙың шәхесен асыҡлаған.

Мария менән Айнур Усмановтар райондың Аҡъяр ауылынан. Был көндө улар Бүребай ауылында өләсәһендә ял иткән ҡыҙҙарын алып ҡайтып барған. Авария Аҡъярға ике километр ҡалған ғына ерҙә була: уларҙың “Лада Гранта”һы боролған саҡта “ЗИЛ” йөк машинаһы менән төкөшә. Рулдә ултырған 39 йәшлек Айнур урында йән бирә. Ҡатыны 31 йәшлек Марияны ҡыҙы менән бергә дауаханаға алып китәләр, ләкин табиптар нисек кенә тырышмаһын, Мария реанимацияла йән бирә.

Артҡы урында ултырған ҡыҙҙың йәрәхәттәре бик ауыр булмай, әле ул Сибай дауаханаһында һәм уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.

Һәләк булғандарҙың таныштары һөйләүенсә, Мария менән Айнур бер нисә йыл элек өйләнешкән. Улар бергәләп ҡатындың беренсе никахынан булған ҡыҙын тәрбиәләгән һәм уртаҡ бала табырға хыялланған. Айнурҙың тәүге никахынан шулай уҡ ике ҙурайған балаһы ҡалған.

Дуҫтары әйтеүенсә, улар бик бәхетле йәшәгән. Ир Марияның ҡыҙын үҙенеке кеүек яратҡан һәм ҡараған. Мария бик тәмле итеп ашарға бешергән һәм ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергән. Айнур спорт һәм бизнес менән шөғөлләнгән.

- Улар бына тигән ғаилә ине. Маша яҡшы хужабикә, ҡатын, әсәй! Бик тәмле бешерә торғайны, - тип һөйләй ғаиләнең әхирәте Динә. - Айнур яҡшы ир һәм спортсы булды. Улар Маша менән һәр саҡ алсаҡ һәм ҡунаҡсыл ине.

Ғаиләнең яҡындары һөйләүенсә, шул ҡәһәрле йәкшәмбелә Мария менән Айнур өләсәһендә ҡунаҡта булған ҡыҙын барып алған. Уларға өйҙәренә бик аҙ ғына ҡайтып етергә ҡалған...

Кисә Айнур менән Марияны тыуған ауылдарында ерләгәндәр. Уларҙы һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл халҡы килгән. Яҡындары уларҙы юғалтҡанға һаман ышана алмай һәм бер мәлдә етем ҡалған баланы йәлләй.

“Ҡыҙҙары үҙенә килгән, илай, әсәһен саҡыра”, – тигән ғаиләнең яҡындары.

Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Бер мәл, бер яңылышлыҡ һәм бәхетле ғаилә сәлпәрәмә килә. Шуға күрә юлдарҙа ипле йөрөйөк, дуҫтар.

Фото: КП-Өфө. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: