Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Март , 19:45

Эй Аллам, үҙен харап иткән...

 Ә пассажиры - дауаханала...

Эй Аллам, үҙен харап иткән...
Эй Аллам, үҙен харап иткән...

13 мартта көндөҙ Өфө ҡалаһын урап үткән Көнбайыш автомобиль юлының 21-се километрында көслө авария булған. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, “Рено Каптюр” автомобиле боролошта юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоп, “Скания” йөк автомобиленә юл бирмәүе сәбәпле авария булған.

Юл транспорты ваҡиғаһында “Рено Каптюр” автомобилендәге 72 йәшлек водитель ашығыс ярҙам машинаһы килгәнсе үк вафат булған, ә ундағы 72 йәшлек пассажир ҡатынды дауаханаға оҙатҡандар.

Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Һеҙҙең яуаплылыҡ - кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара, ошондай фажиғәләрҙән һаҡлап алып ҡала.

Фото: @bash_gibdd.

Эй Аллам, үҙен харап иткән...
Эй Аллам, үҙен харап иткән...
Эй Аллам, үҙен харап иткән...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: