МУП УИС хәбәр итеүенсә, технологик зыян арҡаһында 27-се ҡаҙанлыҡтың эше туҡтатылған, тип яҙғайныҡ. Эҫе һыуҙы һәм йылылыҡты һүндереү зонаһына Өфөнөң Киров һәм Совет райондарындағы 350-нән ашыу торлаҡ йорт һәм социаль әһәмиәтле объекттар эләккән.
Әлеге ваҡытта медицина учреждениеларына ваҡытлыса схема буйынса йылы биреү ойошторолған. Аврора урамындағы 18/3 адресы буйынса 23-сө ҡаҙанлыҡ ярҙамында Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендәге медицина учреждениелары йылытыла.
Авария сәбәптәрен эҙләүгә биш кешенән торған һигеҙ бригада йәлеп ителгән.
13 март, 2025 йыл.