Хәүефһеҙлек
14 Март 2025, 13:30

Һаҡ булығыҙ, йорттарығыҙҙы һыу баҫыуы ихтимал!

Республикала 20 муниципаль берәмектең биләмәһе һыу аҫтында ҡала. Улар түбәндәгеләр:

Һаҡ булығыҙ, йорттарығыҙҙы һыу баҫыуы ихтимал!Һаҡ булығыҙ, йорттарығыҙҙы һыу баҫыуы ихтимал!
Һаҡ булығыҙ, йорттарығыҙҙы һыу баҫыуы ихтимал!

Һауа температураһының һиҙелерлек тайпылышы һәм 16 марттан 19 мартҡа тиклемге осорҙа ямғыр, епшек ҡар яуыуы арҡаһында ҡарҙың тиҙ иреүе көтөлә, шулай уҡ ҡалҡыу ерҙәрҙән ҡарҙың төшөүенә булышлыҡ итәсәк.

Республика ҡала һәм ауылдарының түбәндәге участкаларын һыу баҫыуы ихтимал. Бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе, боҙға һыу сығыуы ихтимал.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кәңәш итә:

  • йорт эргәһендәге биләмәне ҡарҙан алдан таҙартырға;
  • һыу ағыу юлы ҡаҙып, ҙур булмаған дамба рәүешендә кәртә төҙөгөҙ;
  • һауа торошон иғтибар менән күҙәтегеҙ;
  • һыу ағыҙыу һәм һыу үткәргес торбаларҙы сүп-сарҙан таҙартығыҙ;
  • баҙ бүлмәләрендәге елләткес тишектәрен ябығыҙ;
  • йортҡа һәм йорт яны ҡаралтыларына үтеү юлдарын төҙөкләндереү өсөн баҫма, таҡталар һәм уларға таяуҙар әҙерләгеҙ.

Һыу баҫҡанда мобиль телефондан шылтыратыу: 112.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы һуңғы биш йылда биләмәләрҙең ҡар һыуы менән тулыуына анализ яһаған.

Анализ күрһәтеүенсә, республикала 20 муниципаль берәмектең биләмәһе һыу аҫтында ҡала, атап әйткәндә: 23 тораҡ пункт, алты ҡасаба-ара юл участкаһы, һигеҙ ҡасаба эсендәге юл участкаһы.

Ҡалалар: Өфө, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ.

Райондар: Көйөргәҙе, Өфө, Мәләүез, Дәүләкән, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан, Иглин, Туймазы, Архангел, Баймаҡ, Шишмә, Әбйәлил, Кушнаренко, Ишембай һәм Әлшәй.

2024 йылда һыу баҫыу буйынса иң күп мөрәжәғәттәр Сибай һәм Өфө ҡалаларынан, шулай уҡ Туймазы, Мәләүез һәм Ишембай  райондарынан килгән.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас