Тәбиғәттең үҙ ҡанундары: көндәрҙең ҡапыл йылытыуы, оҙайлы ямғырҙар яуыуы республика юлдарында ҡатмарлы хәлдәр тыуҙырҙы. Был видеояҙмаларҙы бөгөн кискә ҡарай Баймаҡ тарафтарынан ебәрҙеләр.
Был төбәктәге автомобиль юлдарында иң ҡатмарлы участкаларҙың береһе Баймаҡ – Ҡуянтау араһында Әселе йылғаһы арҡаһында барлыҡҡа килгән. Йылға юл аша ажғырып ағып ята. Халыҡтың, айырыуса юлсыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп, был юлды ваҡытлыса япҡандар. Таулыҡай ауылы янындағы Ҡарғалы йылғаһы ла трасса өҫтөнә сыҡҡан.
Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Р.Р. Рафиҡов ҡул ҡуйған башҡарма актҡа ярашлы Сәрмән – Амангилде – Баймаҡ юлының 172+511-се километрынан 178+917-се километрына тиклем арауыҡта (Баймаҡ районы) хәрәкәт туҡтатылды. Тыйыу 18 марттың 18.00 сәғәтенә тиклем ғәмәлдә була (артабан тәбиғәт-климат шарттарына ҡарап ҡарар ҡабул ителә).
"Тауҙағы ҡарҙар иреп төшөп, күләүектәр ҡушылып, йорт алдарыбыҙ һыу менән тулды", - тип хәбәр итә Буранбай ауылы халҡы (фотола). Ә видеояҙмаларҙың береһендә Үрге Яйыҡбай ауылында күҙәтелгән хәлде төшөрөп ебәргәндәр.
Яҙғы ташҡын имен-аман үтеп китһен, ябай халыҡҡа бәлә-ҡаза килтермәһен, тигән изге теләктә ҡалабыҙ.
Фото: видеояҙманан скриншот.