Хәүефһеҙлек
17 Март 2025, 09:00

Көтмәгәндә 35 ял итеүсе һыу ҡамауында ҡалған

Иғтибарлы булығыҙ: юлдарҙа урыны менән сикләүҙәр индерелгән

Көтмәгәндә 35 ял итеүсе һыу ҡамауында ҡалғанКөтмәгәндә 35 ял итеүсе һыу ҡамауында ҡалған
Көтмәгәндә 35 ял итеүсе һыу ҡамауында ҡалған

16 мартта Ҡырмыҫҡалы районының Үҙән йылғаһы күпере аша һыу ағып төшөү сәбәпле 35 кеше ҡамауҙа ҡалған. Улар "Зәңгәр күл” термо-комлпексына ял итергә барған булған.

 Кисен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Ҡырмыҫҡалы районына ярҙамға бара.

Мәғлүм булыуныса, күпер аша һыу сыҡҡас, ял итеүселәр йылға ағымы арҡаһында күпер аша үтә алмай, юл ябыла. Кешеләрҙе эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Машиналарҙы кире ҡыуып, бейеклектә ҡалдырырға кәңәш ителә. Район хакимиәтенән ваҡиға урынына автобус килә.

Ҡотҡарыусылар, “Зәңгәр күл” термо-комплексынан ике кәмәне файҙаланып, 33 кешене, шул иҫәптән 2 баланы эвакуациялаған. Дүрт кеше, ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем, үҙаллы сыҡҡан. Персоналдан 10 кеше комплекста ҡалған. Һыу, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар запасы бар. Эвакуацияланғандарҙы Өфөгә автобуста алып килгәндәр. Юл аша һыу аҡҡан саҡта ваҡытта комплекста 47 кеше, 16 еңел автомобиль була.

Күпер аша аҡҡан һыу тәрәнлеге – 30 сантимерт, киңлеге 70 сантиметр тәшкил итә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы граждандарҙың ирегән һыу баҫыуға ялыуҙары менән бәйле 256 оператив мөрәжәғәт булған, шул иҫәптән уҙған тәүлек эсендә - 98.

Таңғы сәғәт 8-гә ҡарата ете муниципаль берәмектә һигеҙ хәл, биш йорт яны биләмәһе, ике баҡса участкаһын, өс автомобиль юлы участкаһы, бер күпер һыу баҫыуға бәйле ведомство күҙәтеүенә алынған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы Башҡортостан республикаһы биләмәһендә ташҡынға хәүефле хәлде күҙәтеү һәм контролдә тотоу, ярҙам күрһәтеү һәм ҡотҡарыу эштәрен үткәреү маҡсатында 64 оператив төркөмөнөң эшен ойошторған.

Урал - Мораҙым юлында 8-се километрҙан (Турсағаҙы йылғаһы аша ремонтланған күпер үткәүеленең урау юлы) бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт сикләнгән. Сикләүҙәр насар тәбиғәт-климат шарттары (ташҡын күренештәре) менән бәйле индерелгән. Хәрәкәтте сикләү ваҡыты 20 марттың 10:00 сәғәтенә тиклем (урындағы ваҡыт) ғәмәлдә.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда “112” телефонына шылтыратығыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Көтмәгәндә 35 ял итеүсе һыу ҡамауында ҡалған
Көтмәгәндә 35 ял итеүсе һыу ҡамауында ҡалған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас