Хәүефһеҙлек
17 Март 2025, 07:00

Самокат йөрөтөүгә водитель таныҡлығы кәрәк булырмы?

Йәйәүлеләр хуплай, ә самокат яратыусыларға был яңылыҡ оҡшамай... 

Самокат йөрөтөүгә водитель таныҡлығы кәрәк булырмы?Самокат йөрөтөүгә водитель таныҡлығы кәрәк булырмы?
Самокат йөрөтөүгә водитель таныҡлығы кәрәк булырмы?

Тәфтиш комитеты РФ Дәүләт Думаһына шәхси мобиллек саралары (СИМ) менән идара итеүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр индереү тәҡдимен еткергән. Уға ярашлы, самокаттарҙы – механик транспорт сараһы, ә уларҙы ҡулланыусыларҙы водитель тип нарыҡлау зарурлығы әйтелә.

Тәҡдимдең төп асылы түбәндәге үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тота:

  1. Электр менән эшләгән һәм башҡа төр самокаттар менән идара иткән кешене “водитель” тип һанарға;
  2. Электр двигателенең ҡеүәте 0,25-тән 4 кВт-ға тиклем шәхси мобиллек сараларын (мопедтарҙы) – “М” категорияһына, ә инде ҡеүәте 4 кВт-нан күберәк транспорт сараларын (мотоциклдар) “А” категорияһына индерергә;
  3. Электр двигателенең ҡеүәте 0,25 кВт-ға тиклем булған самокаттарҙы “М1” тип нарыҡлап, “М” категорияһына беркетергә;
  4. “М1” категорияһына ҡараған траснспорт сараларына (йәғни самокаттарға) идара итеүҙе 16 йәштән генә рөхсәт итергә.

Был тәҡдим самокат менән йөрөргә яратыусыларға, айырыуса үҫмерҙәргә оҡшамай, әлбиттә. Әммә йыл һайын самокаттарға бәйле бихисап авария теркәлә. Бында һүҙ йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге тураһында ғына түгел, тәү сиратта, самокатта йөрөүселәрҙең именлеге хаҡында ла бара.

Фото: khakasiya.ldpr.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас