Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
17 Март , 21:25

Һыу баҫыуға бәйле хәл контролдә

Ҡотҡарыусылар страховка, ҡотҡарыу жилеты һәм ҡотҡарыу түңәрәге ярҙамында баланы Ольховое күле боҙонан сығарған һәм ашығыс ярҙам табиптарына тапшырған.

Һыу баҫыуға бәйле хәл контролдә
Һыу баҫыуға бәйле хәл контролдә

17 мартта Система-112 Мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 49 хәбәр килгән. Ете муниципалитеттағы һигеҙ биләмәне һыу баҫыу осрағы контролдә ҡала. Бына улар:

- Архангел һәм Благовар райондарында биш ихата яны биләмәһендә ике һыу баҫыу осрағы;

- Әлшәй (Иҙрис ауылы янындағы юл), Дәүләкән (Яңы Яппар ауылына илткән автомобиль юлында) һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында (Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡшишмә муниципаль әһәмиәттәге юл) өс муниципаль әһәмиәттәге автомобиль юлын һыу баҫҡан;

- Өфө районының “Ҡояшлы аҡлан” баҡсасылыҡ ширҡәтендә ике участканы һыу баҫҡан;

- Ҡырмыҫҡалы районында “Зәңгәр күл” ял базаһында бер күпер һыу аҫтында ҡалған.

- Кушнаренко районы Шәрип ауылында бер биләмәгә һыу аҫтында ҡалыу хәүефе янай.

Һыу аҫтында ҡалған тораҡ йорттар юҡ.

Боҙҙо бысыу, шартлатыу, тупраҡ һибеү кеүек эштәр дауам итә.

Шулай уҡ бөгөн Өфө районында эте артынан ирей башлаған боҙға сыҡҡан һәм кире ҡайта алмаған баланы ҡотҡарғандар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы янғын һүндереүселәре страховка, ҡотҡарыу жилеты һәм ҡотҡарыу түңәрәге ярҙамында баланы Ольховое күле боҙонан сығарған һәм ашығыс ярҙам табиптарына тапшырған. Ҡотҡарыусылар халыҡты балаларын һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырылар.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: