0 °С
Болотло
Төнөн Дәүләкән районы Вперед ауылындағы ике бүлмәле фатирҙа янғын сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут алты кешенең, 2017, 2019, 2019 йылғы ҡыҙҙарҙың, 2021 йылғы ике малайҙың, 33 йәшлек ирҙең ғүмерен өҙгән.
Утты һүндереүгә ике берәмек техника һәм биш кеше йәлеп ителгән. Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был ваҡытта әсә кеше эштә булған.
Фото: МЧС.