Иртә менән бар республиканы ҡот осҡос хәбәр тетрәндерҙе – Дәүләкән районындағы янғында биш бәләкәй бала һәм ир кешенең ғүмере өҙөлдө. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы фажиғәгә асыҡлыҡ индерә.
Был төндә 33 йәшлек ҡатын урындағы барға эшкә киткән булған. Ете йәшлек ҡыҙын, бишәр йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарын, өсәр йәшлек игеҙәк малайҙарын үҙенең 33 йәшлек өйҙәше ҡарамағында ҡалдырған.
Төндә, бөтәһе лә йоҡлаған саҡта розетканан янғын сыға, әйберҙәргә һәм тарттырып эленгән түбәгә күсә. Ағыулы төтөн еҫе бар фатирҙы ялмап ала. Ир ҙә, балалар ҙа уянмаған. Төтөн еҫен һиҙгән күршеләр бина эсенә ингән һәм янғынды ҡул аҫтындағы саралар менән һүндергән. Шул саҡта улар ҡот осҡос күренешкә юлыҡҡан: бүлмәлә, ҙур йәйелгән диванда биш бала менән ир кәүҙәһе ятҡан.
Мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был бүлмәне ҡатын әсәлек капиталы аҡсаһына алған. Уның тағы өс балаһы барлығы билдәле, улар Өфөлә аталары менән йәшәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әсәй кешене һәм балаларҙы опека хеҙмәттәре күҙәткән.
Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәрен асыҡлау дауам итә. Урынға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, башҡа ведомство етәкселәре барып, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссия ултырышы үткәргән. Янғын хәүефһеҙлеген көсәйтеү һәм халыҡ менән эшләүҙә иҫкәртеү сараларын көсәйтеү буйынса йөкләмәләр бирелгән, шулай уҡ ҡатынға һәләк булғандарҙы ерләүҙә ярҙам итергә ҡушылған.
Фото: МЧС.