Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
18 Март , 17:00

Дүрт яҡташыбыҙ мәңгелеккә ер аҫтында ҡалды

Ике аҙна буйына уларҙы ҡотҡарырға тырышып ҡараһалар ҙа, килеп сыҡманы...

Дүрт яҡташыбыҙ мәңгелеккә ер аҫтында ҡалды
Дүрт яҡташыбыҙ мәңгелеккә ер аҫтында ҡалды

Бөгөн Амур өлкәһенең "Пионер" алтын сығарыу шахтаһында булған фажиғәгә бер йыл. Бынан бер йыл элек, 18 мартта Амур өлкәһенең "Пионер" алтын сығарыу шахтаһында ер ишелеп, 13 шахтер 120 метр тәрәнлектә ер аҫтында ҡалғайны. Араларындағы дүрт кеше Сибай һәм Учалы ҡалаһынан ине.

Бар халыҡ нисек кенә мөғжизәгә өмөт итһә лә, көткән өмөттәр аҡланманы - шахтерҙар мәңгелеккә ер аҫтында ҡалды. Ике аҙна буйына уларҙы ҡотҡарырға тырышып ҡараһалар ҙа, килеп сыҡманы.

Бар ғәйеп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлмәүендә, әгәр ҙә ваҡытында карьерҙағы һыуҙы сығарып түгеп өлгөрһәләр, кеше ғүмерҙәре ҡотҡарып ҡалыныр ине лә...

Фажиғә урынында мемориал барлыҡҡа килгән. Стенала ер аҫтында ҡалғандарҙың портреттарын урынлаштырып, уны һәләк булған шахтерҙарҙың хеҙмәттәштәре яһаған. 

Сибай ҡалаһында ла һәләк булған яҡташтарҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында мемориал эшләнде, унда шахтерҙарҙың исем-фамилиялары яҙылған.

Амур өлкәһенең "Пионер" алтын сығарыу шахтаһында булған эшселәрҙең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм башҡаса бындай фажиғәләрҙең ҡабатланмауын теләйбеҙ!

Фото: телеграм

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: