Хәүефһеҙлек
18 Март 2025, 15:00

Күрше ҡаланы һыу баҫҡан

Ашығыс рәүештә кешеләрҙе эвакуациялау бара. 

Күрше ҡаланы һыу баҫҡанКүрше ҡаланы һыу баҫҡан
Күрше ҡаланы һыу баҫҡан

Яныбыҙҙа ғына урынлашҡан Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһын һыу баҫҡан. Ҡаланың ике биҫтәһе һыу аҫтында ҡала башлаған. Күренеүенсә, хәлетди, машиналар ҙа яртылаш һыу аҫтында.  

Бында Башҡортостан биләмәһе аша ла аҡҡан Эҫем йылғаһында тығын барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ күпләп яуған ямғыр ҙа ташҡын сәбәпсеһе. Һөҙөмтәлә 31 баҡса яны участкаһы һыу аҫтында ҡалған. Әлеге ваҡытта халыҡты эвакуациялайҙар. Был хаҡта төбәк буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Кешеләрҙе урынлаштырыу өсөн “Әшә” ҡунаҡханаһында ваҡытлыса пункт булдырылған. Ҡотҡарыусылар ихата буйлап йөрөй һәм халыҡты иҫкәртә.

Эҫем йылғаһы Башҡортостан буйлап та аға. Хәүефле миҙгелде тыныс ҡына үткәреп ебәрергә яҙһын ине.

Фото:Телеграм. 

 

Күрше ҡаланы һыу баҫҡан
Күрше ҡаланы һыу баҫҡан
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас