Хәүефһеҙлек
19 Март 2025, 15:25

127 кеше эвакуацияланды

“Быйыл яҙғы ташҡын ғәҙәттәгенән ике аҙнаға иртәрәк башланды, быға саҡлы ҡар апрелдә генә тиҙ ирей башлай һәм йылғалар асыла торғайны”, – тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

127 кеше эвакуацияланды127 кеше эвакуацияланды
127 кеше эвакуацияланды

“Быйыл яҙғы ташҡын ғәҙәттәгенән ике аҙнаға иртәрәк башланды, быға саҡлы ҡар апрелдә генә тиҙ ирей башлай һәм йылғалар асыла торғайны”, – тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

“Әле Архангел районының Аҙау ауылында хәл ҡатмарлы. Инйәрҙә боҙ китеүе иртәрәк башланыуы арҡаһында йылғала тығындар башланды, уға яҡын булған өйҙәрҙе һыу баҫты. 127 кеше эвакуацияланды”,  тип яҙа ул. Ундай кешеләр өсөн йылы туҡланыу, психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамы ойошторолған. Боҙ тығындары менән саперҙар шөғөлләнә.

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас