Хәүефһеҙлек
19 Март 2025, 04:05

Ғәҙәттән тыш хәл индерелде: ауыл эвакуацияланды

Хәл етди, ҡотҡарыусыларҙың өс төркөмө өй беренсә йөрөй... 

Ғәҙәттән тыш хәл индерелде: ауыл эвакуацияландыҒәҙәттән тыш хәл индерелде: ауыл эвакуацияланды
Ғәҙәттән тыш хәл индерелде: ауыл эвакуацияланды

Архангел районында муниципаль звено өсөн "Ғәҙәттән тыш хәл" режимы индерелде. Инйәр йылғаһы кимәленең күтәрелеүе һөҙөмтәһендә Аҙау ауыл биләмәләре һыу аҫтында ҡалған.

Хәүефле зонанан кешеләрҙе эвакуациялау буйынса һыу баҫҡан участкаларҙа ҡотҡарыу эштәре алып барыла. Һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының аэромобиль төркөмө, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ҡотҡарыусылары, район хакимиәте көстәре һәм саралары, шулай уҡ 90 кеше һәм 39 берәмек техника йәлеп ителгән.

Ҡотҡарыусыларҙың өс төркөмө йорттар буйлап йөрөй.

Урында оператив штаб булдырылған, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә штаб эшләй. Бөтәһе 42 йорт яны биләмәһе һыу аҫтында ҡалған, шул иҫәптән 42 йорт, уларҙа 62 кеше йәшәй. Һыу баҫыу бейеклеге яҡынса бер метр тәшкил итә.

Йөҙгә яҡын кешене ауылдан 11 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ваҡытлыса йәшәү пунктына (Оҙондар ауылының дөйөм белем биреү мәктәбе) эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

Эвакуация юғары үтеүсәнлек техникаһы, кәмәләр һәм автобустар ярҙамында үткәрелә. Халыҡҡа ярҙам итеү өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов Һәм Башҡортостан Республикаһы һәм район хакимиәте етәкселеге ваҡиға урынында эшләй.

Ҡотҡарыусылар бөтәһе 103 кешене, шуларҙың 20-һе бала, эвакуациялаған. Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында 80 кеше, шул иҫәптән 17 бала, тора. Туҡланыу һәм психологтар ярҙамы ойошторолған. Район хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, Аҙау ауылында даими рәүештә 210 кеше йәшәгән. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр дауам итә, хәл айырым контролдә тотола.

Иғтибар! "Ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны: 8 347 248-12-84.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас