Хәүефһеҙлек
20 Март 2025, 07:30

Уны һуңғы тапҡыр 18 мартта күргәндәр...

Республикала йәш ҡатын юғалған.

Уны һуңғы тапҡыр 18 мартта күргәндәр...Уны һуңғы тапҡыр 18 мартта күргәндәр...
Уны һуңғы тапҡыр 18 мартта күргәндәр...

Өфө районының Булгаков ауылында 40 йәшлек Альбина Нафиҡова юғалған. Был турала “БашРегионСпас” ирекмәндәре хәбәр итә.

Йәш ҡатынды һуңғы тапҡыр 18 мартта күргәндәр. Шул ваҡыттан бирле Альбина менән бәйләнеш өҙөлгән. Ул оҙон аҡһыл көрән төҫтә пальто, ҡара салбар, ҡара итек кейеп өйөнән сығып киткән. Шулай уҡ үҙе менән төрлө төҫтәге шарфы булған.

Альбинаның билдәләре: буйы 165 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, асыҡ көрән сәсле, һоро күҙле.

Әгәр ҙә һеҙ йәш ҡатындың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 йәки 8-937-3-102-112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: БашРегионСпас.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас