2025 йылдың 20 мартында “Система-112” мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 14 хәбәр килгән. Башҡортостан йылғаларында боҙ китеүе дауам итә, яр ситтәрен дә баҫыуы, боҙ өҫтөнә һыу сығыуы күҙәтелә.
12 муниципаль берәмектә 17 хәл контролдә тотола.
Улар:
Архангел, Белорет, Благовар һәм Кушнаренко райондарында йорт яны участкаларын һыу баҫҡан;
Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Саҡмағош райондарында төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге туғыҙ автомобиль юлына һыу сыҡҡан;
Бишбүләк һәм Шишмә райондарында тәпәш ике күперҙе баҫҡан.
Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң юғары кимәле түбәндәге төбәктәрҙә күҙәтелә:
Иглин районының Охлебинин ауылында Ағиҙел йылғаһы 280 сантиметрға күтәрелеп, кимәле 825 сантиметрға еткән;
Салауат районының Сулпан ауылында Йүрүҙән йылғаһы 176 сантиметрға артҡан, һыу кимәле 436 сантиметр, туғайға 500 сантиметр сыҡҡан;
Ҡырмыҫҡалы районының Ляхов ауылында Өршәк йылғаһы 107 сантиметрға күтәрелеп, 640 сантиметрға еткән;
Иглин районының Глуховский ауылында Эҫем йылғаһы 97 сантиметрға артҡан, кимәле 567 сантиметрға еткән;
Өфө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы динамикаһы +90 см, кимәле 265 сантиметр, 600 сантиметр ярға сыҡҡан.
Архангел районында Инйәр йылғаһында боҙ китеүҙе әүҙемләштереү буйынса эш дауам итә. Мәҫәлән, бөгөн Аҙау һәм Тәүәкәс ауылдары араһындағы йылға участкаһында шартлатыу эштәре башҡарылған. Аҙау ауылында оператив штаб эшләүен дауам итә. Йүрүҙән һәм Әй йылғаларындағы хәл контролдә ҡала.
Шулай уҡ бөгөн КА-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты ярҙамында Өршәк, Ағиҙел, Эҫем һәм Инйәр йылғалары өҫтөнән тикшереп үткәндәр. Салауат районының Малаяҙ ауылында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һыу баҫҡан урындан ете кешене, шул иҫәптән бер баланы алып сыҡҡан. Хәл контролдә тотола.
Информация ГК ЧС РБ
Г. Дауытова фотоһы.