Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Хәүефһеҙ интернет лигаһы” директоры Екатерина Мизулина менән осрашты. Көн тәртибендә йәштәр араһында селтәрҙәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре булды.
Ике яҡ та үҫмерҙәрҙе деструктив контенттан яҡлау, фейк мәғлүмәттәренә ҡаршы тороу алымдары, шулай уҡ һанлы грамоталылыҡты яҡшыртыу тураһында һөйләште. Радий Хәбиров республикала интернеттағы деструктив мәғлүмәткә ҡаршы тороуға ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.
“Беҙ йәштәргә бөгөн ниндәй ҙур баҫым яһалыуын күреп торабыҙ. Селтәр улар өсөн аралашыу мөхите булып хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, абруй ҡаҙаныу өсөн социаль селтәрҙә ниндәй агрессив эштәр башҡарылыуын да күҙәтәбеҙ. Беҙгә онлайн-мөхиттә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эште көсәйтергә кәрәк. “Хәүефһеҙ интернет лигаһы”ның был эштә ярҙам итергә әҙер булыуына бик шатмын”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Екатерина Мизулина, үҙ сиратында, интернетта хәүефһеҙлекте көсәйтеү өсөн йәштәр менән күберәк аралашырға кәрәклеген билдәләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.