Ошо көндәрҙә яҡындары 35 йәшлек Ольга Г. исемле ҡатынды ерләне. Ике бала әсәһе Нефтекама ҡала дауаханаһында вафат булды. Унан алда Ольга 10 көн буйы комала ятҡан. Ҡатынды үлтереүҙә уның 40 йәшлек өйҙәше Артур М. ғәйепләнә.
Ольганың яҡындары әйтеүенсә, уларҙың мөнәсәбәттәре иң баштан ғауғалар, туҡмалыу һәм ҡатындың унан китергә маташыуынан торған. Ныҡ итеп туҡмалған һайын ул полицияға ғариза биргән, тик һәр саҡ уны кире алған. Атаһы әйтеүенсә, ул быны ирҙән ҡурҡҡан өсөн эшләгән.
Һуңғы тапҡыр иһә Артур ҡатынды ныҡ итеп туҡмаған һәм өс көн буйы уны сығармаған да, телефондан шылтыратырға ла бирмәгән тигән фекерҙә ҡатындың туғандары. Быларҙың барыһы ла өс йәшлек улының күҙе алдында булған. Тик ул үлем хәленә еткәс кенә ир ашығыс ярҙам саҡыртҡан.
Ольга менән Артур биш йыл элек танышҡан. Ул саҡта ҡатын айырылышҡан, биш йәшлек улын тәрбиәләгән һәм Өфөлә йәшәгән булған. Танышыу алдынан уның әсәһе үлгән һәм быны ауыр кисергән ҡатын яңы мөнәсәбәттәр уға ярҙам итер тип уйлаған.
Нефтекала йәшәгән бизнесмен менән Ольга интернет аша танышҡан. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс уңышлы бизнесын ябып уның янына Нефтекамаға күсә. Тәүге осорҙа ҡатындың улы ла улар менән йәшәй, тик уға мәктәпкә барыр ваҡыт еткәс, ғаилә уға атаһы менән өләсәһе йәшәгән ауылда уҡыу яҡшыраҡ була тип хәл итә һәм малай уларға күсеп китә. Әле малайға 10 йәш.
Өс йыл элек уларҙың малайҙары тыуа, әле ул балалар баҡсаһына йөрөй. Тик баштан уҡ һуғышыуҙар менән башланған мөнәсәбәт бала тыуыу менән дә яҡшырмай, ир ҡатынды туҡмауын дауам итә. Ул йыш ҡына дауаханаға мөрәжәғәт итә, төрлө урындары һынып килгән осраҡтары ла күп була. Ә быйыл яңы йыл осоронда башын ярып, операция яһата.
Яҡындары ҡатынды унан китергә күп тапҡырҙар өгөтләй, тик ул тирандан ҡурҡыпмы, быны эшләй алмай. Ҡасып ҡайтып киткән саҡтарында ла, Артур уны тапҡан, матур һүҙҙәр һөйләп, гөлләмәләр бүләк итеп ғәфү үтенгән. Һәм өйҙәге тамуҡ яңынан башланған.
Һуңғы туҡмалыуы Ольга өсөн фажиғәле тамамлана. Өс көн ауыртынып ятҡандан һуң ир уны үҙе ашығыс ярҙам саҡыртып, дауаханаға килтерә. Табиптарға иһә ул бейеклектән ҡоланы тип әйтә. Тик Ольганың атаһы быға ышанмай, уныңса өйҙәше ҡыҙын бер нисә көн буйы туҡмаған һәм ярҙам саҡыртмаған...
19 мартта Ольганы Михайловка ауылында ерләгәндәр. Артур иһә уның менән бәхилләшергә килмәй ҙә. Был саҡта ул эсеп ятҡан ти туғандары.
Әле бәләкәй малай Нефтекамала өләсәһендә йәшәй.
Артурға килгәндә, ҡатындың кәүҙәһен тикшергәндән һуң уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. 21 мартта уны ике айға ҡулға алғандар. Әле хәл бөтә яҡлап өйрәнелә.
Их гүзәл заттар, түҙмәгеҙ әле шундай мөнәсәбәткә...
Фото: Телеграм.