Бөгөн, 22 мартта, “Крокус Сити Холл”дағы ҡот осҡос хәлгә бер йыл үтте...
Дүрт террорист концерт залына барып инеп, атыш ойошторҙо – һөҙөмтәлә 145 кеше һәләк булды, уларҙың алтауһы – балалар, 551 кеше төрлө яралар менән дауаханаға эләкте.
Бөгөнгө көнгә хоҡуҡ һаҡсылары был енәйәтте ойоштороусы, башҡарыусы 15 кешене ҡулға алған.
Бөгөн Красногорскиҙың барлыҡ ҡорамдарында фажиғә ҡорбандары иҫкә алына, уларҙың рухына доға уҡыла, ә концерт залы янында һәләк булғандарға мемориал асылған.
Крокус Сити Холға һөжүм иткән ваҡытта Башҡортостандан да бер ғаилә пары була. 50 йәшлек ир һөйләгәненән: “Ата башлағастары мин ҡатынымды кресло араһына ятҡырып тәнем менән ҡапланым. Үҙем кресло араһынан террористарҙы күҙәттем. Беҙҙе күреп ҡалыуҙарын ныҡ ҡурҡтым. Залда янғын башланғас, һөжүм итеүселәр китте, кешеләр ҙә яйлап сыға башланы. Әммә улар кире килер тигән хәүефле уй бар ине. Юлда тағы бер ҡатынға ярҙам иттем. Кемдер берәү яҡында сығыу урыны барлығын күрһәтте, шулай ҡотолоп ҡалдыҡ”.
Был ғаилә Башҡортостандан күсеп киткән булған, әммә улдары Стәрлетамаҡта уҡып йөрөй.
Бындай фажиғәләрҙе башҡаса күрергә яҙмаһын...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.