22 марттың 07.00 сәғәтенә ҡарата, Өфө биләмәһендә йылғаларҙың кимәле: Ағиҙел – 510, Ҡариҙел 450 сантиметр.
Һыу баҫҡан юлдар, биләмәләр торошо ла Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контролендә:
* Дим районының “Казарез” һәм “Альбатрос” баҡсасылыҡ ширҡәттәрен баҫҡан һыу майҙаны – 1500 метр, тәрәнлеге – 120 сантиметр. “Казарез”да – 8, “Альбатрос”та ике кеше йәшәй, араларында балалар, аҙ хәрәкәтләнгән граждандар юҡ;
* Дим районының “Оҙон” баҡсасылыҡ ширҡәтен дә һыу баҫты, майҙаны 300 метр тәшкил итә, тәрәнлеге – 200 сантиметр. Был ширҡәттә 16 кеше йәшәй, балалар һәм аҙ хәрәкәтләнгән граждандар юҡ;
* Киров районының “Зеленый мыс” баҡсасылыҡ ширҡәтенә сыҡҡан һыуҙың киңлеге 25 метр тәшкил итә, тәрәнлеге – 10 сантиметр. Унда инеү тыйылған, транспорт хәрәкәте – Көнсығыш сығыу юлы аша;
* Киров районындағы “РоЧер” ял базаһына илткән юл һыу аҫтында: алыҫлығы – 100 метр, тәрәнлеге – 25 сантиметр;
* Киров районының “Солнечные пески” ял базаһына илткән юлдың 1-се участкаһында һыу баҫҡан ерҙең алыҫлығы 80 метр тәшкил итә, тәрәнлеге – 65 сантиметр.
* Киров районындағы Һул яр һәм Мәктәп урамдары буйында дүрт йорт яны биләмәһен һыу баҫты, тәрәнлеге 15 сантиметрға тиклем;
* Ленин районындағы Козарез ҡасабаһы юлын һыу баҫты. 1-се участканан күпергә тиклем – 100 метр, тәрәнлеге – 30-40 сантиметр; 2-се участканан күпергә ҡәҙәр – 100 метр, тәрәнлеге – 30 сантиметр. Юғары ҡеүәтле автомобиль дежурлығы, һыуҙы ҡайтарыу эше ойошторолған.
Фото: "Башинформ".