“Лиза Алерт” эҙәрмәндәр төркөмө ирекмәндәре ғәҙәти булмаған эҙләү тураһында иғлан итте. Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында 34 йәшлек ир менән дүрт йәшлек малай ғәйеп булған.
Хәбәр ителеүенсә, ирҙең исеме Денис Пакриев, ә дүрт йәшлек малай – Богдан Жижин. Улар 22 мартта өйҙәренән сыҡҡан һәм ғәйеп булған.
Богдандың билдәләре: буйы – 90 сантиметр, ябыҡ, күҙҙәре һоро, сәсе һарғылт. Ҡара-зәңгәр куртка, һоро ҡабарынҡы салбар, ҡара итек һәм төрлө төҫлө шапка кейгән.
Денистың билдәләре: буйы – 165 сантиметр, уртаса буй-һынлы, сәсе ҡара, күҙе һоро төҫтә. Көрән джинсы салбар һәм ҡара-зәңгәр куртка кейгән булған.
Уларҙың ҡайҙалығы тураһында берәй нәмә билдәле булһа, 8 800 700 54 52 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.
Хәбәрҙә ир менән баланың бер-береһенә кем булыуы тураһында әйтелмәй...
Фото: "Лиза Алерт".