22 мартта “Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре йылғала ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһен табыуы тураһында хәбәр итә. Был Мишкә районының Ирсай ауылында Инәк йылғаһында була. Табыш тураһындағы хәбәр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына йүнәлтелә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул 76 йәшлек ҡатын булып сыға. Был инәй 20 мартта эҙһеҙ юғалған тип иғлан ителә. Уның деменция менән сирләүе билдәле.
Ваҡиғаны өйрәнеү һәм аныҡлыҡ индереү өсөн урынға министрлыҡтың оператив төркөмө һәм полиция хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелә. Белгестәр урынды өйрәнә һәм шаһиттарҙан һорау ала.
Фото: Телеграм.