Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
23 Март , 11:30

Һыу баҫыу хәүефе кәменеме?

Үткән тәүлектә "Система-112" мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенә 10 хәбәр килгән, улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына ҡағыла.

Һыу баҫыу хәүефе кәменеме?
Һыу баҫыу хәүефе кәменеме?

Үткән тәүлектә "Система-112" мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенә 10 хәбәр килгән, улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына ҡағыла.

Башҡортостан йылғаларында боҙ китә, үҙәндәргә сыға, яр ситтәрендә боҙ ҡатламдары күҙәтелә.
11 ҡала, районда 18 хәл күҙәтеүгә алынған.

Һыуҙың иң юғары кимәле түбәндәге урындарҙә күҙәтелә:

-Нуриман районы Яман-Порт ауылы эргәһендә һыу тәүлегенә 20 сантиметрға артҡан, әле 153 сантиметр тәшкил итә, үҙәнгә 772 сантиметрға йәйелгән.
-Дыуан районы Мәсәғүт ауылы эргәһендә Әй йылғаһы тәүлегенә 17 сантиметрға күтәрелгән, әле 309 сантиметр, ярға 374 сантиметр сыҡҡан;
-Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылы Әй йылғаһында 11 сантиметрға күтәрелгән, әле - 388 см.

Түбәндәге урындарҙа һыу кимәле төшөүе күҙәтелә:

-Өфөнөң Дуҫлыҡ Монументы янында Ағиҙел йылғаһы 477 сантиметр, 28 сантиметрға төшкән;
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы кимәле - 320 см, 8 сантиметрға төшкән;
- Архангел районы Аҙау ауылы янында һыу кимәле 279 сантиметр, 5 сантиметрға әҙәйгән, үҙәнгә сыҡҡан ерендә 390 сантиметр;
- Архангел районының Абҙан ауылы янында - 190 сантиметр, 5 сантиметрға түбәнәйгән.

Павловка, Йомағужа, Нөгөш һыу һаҡлағыстары тултырыу режимында эшләй.

Һыу объекттарын күҙәтеү дауам итә.
Һуңғы тәүлектә кешеләрҙе эвакуациялау талап ителмәгән.
Хәл күҙәтеүгә алынған.

Г. Дауытова фотоһы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: