Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
24 Март , 14:00

Айыуҙың башына өс литрлы банка менән һуҡҡан...

...Шуға ғына иҫән ҡалған. Айыуҙан таланған кешеләр ни хәлдә?  

Айыуҙың башына өс литрлы банка менән һуҡҡан...
Айыуҙың башына өс литрлы банка менән һуҡҡан...

Уҙған аҙнала Башҡортостанда айыуҙар уяна башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны януар ҡорбандары барлыҡҡа килгәс белдек. Быға иртә килгән яҙ ғәйепле. Йәнлек Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында кешеләргә ташланды. Әлеге ваҡытта уларҙың хәле билдәле булды.

Тәүге осраҡ 14 мартта Баймаҡ районында, Икенсе Этҡол ауылынан ете километр алыҫлыҡтағы урманда булған. Йәрәхәтләнгән кеше ауыр хәлдә үҙәк район дауаханаһына алып барылған, әле ул реанимацияла.

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы егерҙәргә януарҙы атырға рөхсәт биргән. Бөгөн районда ун белгестән торған төркөм эшләй.

Икенсе осраҡ 15 мартта Бөрйән районында булды. Яңы Усман ауылы кешеһе урманда саҡта айыу менән күҙгә күҙ осраша һәм шулай уҡ йәрәхәттәр ала. Уны ла район дауаханаһына оҙаталар, әле уға операция яһағандар, хәле тотороҡло ауыр тип баһалана.

Ир ул көндә урманға ҡайын һыуы йыйыр өсөн киткән.

“Ул айыу менән көрәшкән, уға өс литрлы банка менән һуҡҡан. Банка ватылып киткән һәм хайуан ошо тауыштан ҡурҡҡан”, – тип һөйләй бөрйәндәр.

Бөгөн шулай уҡ һунарсылар биләмәне тикшерә, айыуҙы атыуға рөхсәт бирелгән. Экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев әйтеүенсә, быйыл яҙ иртә килгәс, йәнлектәр ҙә иртә уянған һәм биләмәләре буйлап йөрөй башлаған.Ә был ваҡытта улар айырыуса уҫал була.

“Яландарҙа һәм урмандарҙа ҡар ҡалмаған. Шуға күрә кешеләр йәйәүләп урманға бара ала. Улар мышы мөгөҙө эҙләй, ҡайын һыуы йыя. Күҙаллауҙар буйынса, был ике осраҡта ла ирҙәр урманда яңғыҙҙары булған һәм шым ғына йөрөгән. Улар яңылыш айыуға яҡын барған. Ә кеше килгәнен ишетмәгән айыуҙар ҡапыл ҡурҡҡан һәм шулай агрессив эш иткән. Әле иң мөһиме, кешеләр тиҙерәк һауыҡһын”,– тине Камил Бирғулиев.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: