Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
24 Март , 13:00

Баш ҡалала ике ғүмер өҙөлдө

Ҡурҡыныс янғын Өфөлә төндә сыға

Баш ҡалала ике ғүмер өҙөлдө
Баш ҡалала ике ғүмер өҙөлдө

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Өфөлә ҡурҡыныс янғын булды. Ул Искра урамындағы бер ҡатлы тораҡ йортта сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергәс, емереклектәр араһында ике ир кешенең кәүҙәһе табыла. Табиптар уларҙың һәләк булғанын раҫлай.

Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана. Урында тәүтикшереүсе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- телефоның зарядка алып бөтһә, уны розетканан һурып ал;

- тәмәкене һүндермәй ташлама;

- бер розеткаға күп приборҙар тоташтырма;

- йылытҡыс тоҡандырһаң – ҡарауһыҙ ҡалдырма.

Ошо ябай ғына ҡағиҙәләр ғүмерҙәрҙе һаҡлаясаҡ.

Фото:МЧС.  

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: