Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
24 Март , 16:00

Малы ҡазалағандар компенсация аласаҡ

Ҙур һыу эҙемтәләре бөтөрөлә  

Малы ҡазалағандар компенсация аласаҡ
Малы ҡазалағандар компенсация аласаҡ

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләһе тикшерелде. Иң ҙур зыян күргән Архангел районының хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин Аҙау ауылындағы хәлдәр тураһында һөйләне.

Район етәксеһе белдереүенсә, ул көн һайын ауылға шәхсән үҙе бара һәм граждандарҙы ҡабул итә. Урындағы мәктәптә махсус пункт булдырылған, унда дарыуҙар, эсәр һыу, ризыҡ бирәләр. Кешеләргә документтарын тергеҙергә һәм бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алыуға ғариза яҙырға ярҙам итәләр. Махсус комиссия зыян кимәлен баһалау өсөн ихата һайын йөрөй.

– Тергеҙеү эштәрен башлайбыҙ. Әле иң мөһиме – сүп-сарҙы таҙартыу. Ауыр техника менән иреп бөтмәгән боҙҙо этәрәбеҙ. Эш күп, яҡынса бер ай дауам итер тип уйлайбыҙ, – тине хакимиәт башлығы.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, бөтәһе 106 йорт, 129 йорт яны биләмәһе һыу аҫтында ҡалған. Ҡотҡарыусылар 166 кешене, шул иҫәптән 38 баланы эвакуацияланған. Һыу киткәс, кешеләр өйҙәренә ҡайта алған.

Әлеге ваҡытта ашығыс хеҙмәттәр Аҙау ауылында ҡала. Улар кешеләргә һыуҙы һурҙырырға, өйҙәрен киптерергә һәм сүп-сар сығарырға ярҙам итә. Эштәр ташҡын эҙемтәләре бөткәнсе дауам итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был аҙнала уҡ Аҙау халҡының ташҡындан күргән зыян күләмен баһаларға һәм компенсация түләргә йөкләмә бирҙе. Әлеге ваҡытта 91 кешенән ғариза алынған, 29 кеше компенсация алған да. Ҡануниәт буйынса һәр кешегә 10 мең һум тейеш, тик ғаиләгә 50 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Аҡсаны милекселәр генә ала ала. Бынан тыш ауыл халҡына өҫтәмә рәүештә һәләк булған мал хаҡын да ҡаплаясаҡтар.

– Кешеләрҙең малы һәләк булды, 10 мең һумға һыйыр алып булмай. Шуға күрә беҙ компенсация бирергә ҡарар иттек, финанслау сығанағы бар. Был аҙнала барыһы ла хәл ителһен, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: