2025 йылдың 24 мартында “Система-112” мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында бер хәбәр Салауат районынан килгән.
6 муниципаль берәмектә 12 хәл контролдә тотола.
Улар - Архангел, Белорет, Күгәрсен, Салауат, Шишмә райондары һәм Өфө ҡалаһы.
Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң юғары кимәле түбәндәге төбәктәрҙә күҙәтелә:
Баҡалы районының Ноғайбәк ауылында Ыҡ йылғаһы тәүлегенә 15 сантиметрға күтәрелеп, кимәле 347 сантиметрға еткән, үҙәндәргә 410 сантиметр таралған.
Үрге Суян ауылында Өфө йылғаһы 18 сантиметрға артҡан, һыу кимәле 488 сантиметр, туғайға 739 сантиметр сыҡҡан.
Һыу кимәле түбәнәйгән:
Иглин районының Ләмәҙ ауылында (-115 см, унда әле кимәл 132 см)
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында (20 сантиметрға төшкән, кимәле 285 см, туғайға 460 см сыҡҡан)
Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы(47 см төшкән, әле ваҡытта кимәле 273 см, туғайға 420 см сыҡҡан)
Саҡмағош районының Яңы Йомран ауылында Сәрмәсән йылғаһында (47 сантиметрға төшкән, кимәле 481 см, туғайға 500 см таралған).
Хәл контролдә тотола.
Информация ГК ЧС РБ