Быйыл ҡыш Өфө районында йән өшөткәс хәл була. 37 йәшлек ҡатын өс айлыҡ ҡына бәпесен үлтереп маташа. Прокуратураның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын 2024 йылдың октябренән 2025 йылдың ғинуарына тиклем туҡтамай эсә һәм үҙенең әсәлек бурыстары тураһында онота. Ул үҙенең өс айлыҡ балаһына бөтөнләй иғтибар итмәй, ғауға ҡуптара, амораль тормош рәүеше алып бара. Һәр ваҡыт ҡыҙын бишенсе ҡаттан ташлайым тип янай.
Быйыл ғинуарҙа фатирҙа ҡыҙы менән икәү генә булған саҡта, мендәр ала ла балаһын быуа башлай. Бәхеткә, шул саҡта баланың өләсәһе ҡайтып инә һәм иҫһеҙ ятҡан сабыйға беренсе ярҙам күрһәтә. Табиптар саҡырта.
Ғәйепле ҡатын үҙенең ғәйебен танымай. Әле ул ҡулға алынған. Уның буйынса енәйәт эше судҡа ебәрелгән һәм ошо арала ҡарар сығарыласаҡ.
Фото: Телеграм.