Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә Архангел районының Аҙау ауылында һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителгән барлыҡ хеҙмәттәр менән кәңәшмә үткәрелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Унда ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү тураһында докладтар тыңланды.
Әлеге ваҡытта һыуҙы һурҙырыу, йорттарҙы киптереү, йорт яны биләмәләренән сүп-сарҙан һәм боҙҙан таҙартыу дауам итә. Комиссия зыян күләмен баһалай. Халыҡ өсөн һыу, утын алып килеү ойошторолған. Урында оператив штаб эшләүен дауам итә.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.