Бөгөн Өфөләге “Рәсәй” медиаүҙәгендә “Киберуғрылыҡ. Унан нисек һаҡланырға?” тигән брифинг үткәрелде.
Телефонға шылтыратып халыҡтың аҡсаһын урлаусылар яңынан-яңы алдашыу ысулдары уйлап таба. Ҡот осҡос һандар: быйылғы үткән айҙарҙа киберуғрылар, телефондарға шылтыратып, Рәсәй халҡының 677 миллион һум аҡсаһын урлаған, ә былтыр – 4,5 миллиард һумын!
“Беҙ ошо енәйәткә ҡаршы, уны туҡтатыу маҡсатында ҙур ҡаршылыҡ эше алып барабыҙ, әммә һөҙөмтәһе әлегә үтә аҙ, – тине брифингта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов. – Улар ҡулланған алымдарҙы ғәмәлдән сығарыу буйынса ҡануни акттар булдырыла, банктар уларҙы кисекмәҫтән үҙҙәренә ала, әммә икенсе көнө үк ошо уғрыларҙың яңы ысул уйлап табыуы асыҡлана”.
Парламент етәксеһе урынбаҫары был йүнәлештәге күп саралар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, быйыл 1 марттан “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында кешенең, банкка килеп шәхси рөхсәте бирмәйенсә тороп, уның исеменән кредит юллауҙы тыйыу тураһында ҡанун ҡабул ителде.
“Урланған суммалар туҡтауһыҙ арта бара: 2022 йылда ул Рәсәй буйынса бер миллиард һум булһа, хәҙер, күреүебеҙсә, дүрт тапҡырҙан ашыуға артҡан, – тине Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының Урал баш идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкы етәксеһе Марат Кашапов. – Быйыл күп кенә урлашырға маташыуҙарҙы туҡтата алдыҡ, туҡтатылған был енәйәттәр һаны 2023 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Шуны асыҡ әйтә алам: быйыл ошо көрәштә халыҡ файҙаһына һынылыш буласаҡ”.
Брифингта шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт-коммуникация технлоогияларын енәйәтсел ҡулланыуға ҡаршы көрәш буйынса идаралығы етәксеһе Азат Тимерйәнов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультеты деканы Лилиә Халиҡова, “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк” идаралығы директоры урынбаҫары Эльвира Ғәбдрәхимова ҡатнашты.
Автор фотоһы.